Өфөлә ҡаланың тарихи өлөшөндә Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау дауам итә. Проект Ленин урамынан Салауат Юлаев проспектына тиклем тергеҙеү эштәрен, шулай уҡ 20 мәҙәни мираҫ объектына ингән йорт-усадьбаларҙы реставрациялауҙы күҙ уңында тота. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өфөнөң Октябрь революцияһы урамындағы биналар XIX быуат аҙағы - XX быуат башына ҡарай. Барыһы ла күптән инде авария хәлендә тип танылған. Күләмле эштәр былтыр башлана - инвестор билдәләнә, проект-смета документацияһы әҙерләнә, тарихсылар, архитектор һәм реставраторҙар менән берлектә эш алып барыла. Ҡануниәт сиктәрендә объекттарҙы реконструкциялауға 3 йыл бүленә.
Демидовтар усадьбаһы ғына мәҫәлән, Өфөнөң иң боронғо таш бина исемлегендә. Ул 255 йыл элек төҙөлгән. Тап ошо урындан бер нисә айҙан Октябрь революцияһы урамындағы тарихи биналарҙы төҙөкләндереү башланасаҡ.
Цюрупа урамынан Салауат Юлаев проспектына тиклемге юл участкаһын да реконструкциялау планлаштырыла. Яңыртыуҙан һуң бында үҙенең архитектура үҙенсәлеге һәм тарихи ҡиммәте булған йәйәүлеләр-транспорт зонаһы барлыҡҡа киләсәк. Ә иң мөһиме - Октябрь революцияһы урамы киң тротуарҙар, велосипед юлы, бәләкәй театр майҙансыҡтары, шулай уҡ ижади һәм йәмәғәт киңлектәре менән уңайлы ҡала киңлегенә әйләнәсәк.
Азат Ғәлиуллин