Туймазы торба етештереү заводында яңы цех асылды. Республикала пластик торбалар эшләү буйынса иң ҙур предприятиела айына 700 тонна продукция етештерелә. Сифатлы торбалар һыу һәм зәңгәр яғыулыҡ өсөн файҙалана. Цех киңәйеү менән Туймазыла яңы эш урындары булдырылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Туймазы торба етештереү заводында яңы цех. Автоматлаштырылған система ярҙамында эшселәр бында 25 метрға тиклем торбалар етештерә. Сифатлы продукция республика буйынса ғына түгел Рәсәйҙә ҙур һорау менән файҙалана. Пластик торбалар һыу һәм зәңгәр яғыулыҡ систамһын үткәреү өсөн ҡаралған.
Ун йыл элек Туймазыла асылған прдеприятие йылдам үҫешә. Заводта пластик торбаларҙан тыш йорт мебеле өсөн деталдәр етештерелә башлаған. Киңәйтелгән цехта өҫтәмә эш урындары булдырылған. Әле заводта 100 кеше иҫәпләнә.
Туймазы торба етештереү заводында "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы предприятие өҫтәмә финанс сығымдарһыҙ производство ҡеүәтен ике тапҡырға арттырған. Республика ярҙамы менән заводта урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырыла, ойошманың килеме арта.
Флорида Ким