Сабый Республика клиник перинаталь үҙәгендә 3 килограмм 170 грамм ауырлыҡта, буйы 53 сантиметр булып донъяға килгән. Уға Алһыу тип исем ҡушҡандар.
Ҡыҙҙың атаһы әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта ил һағында тора. Әсәһе - Лениза ханым махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша, төрлө саралар ойоштора. Бала табыу йортонан Алһыуҙы һәм уның әсәһен Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева менән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡаршы алды. Ҡыҙ Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе Языкбаевтар ғаиләһендә дүртенсе бала. Өйҙә уны ике апаһы менән ағаһы көтә.
Языкбаевтар ғаиләһен ҡотлағандан һуң, Римма Үтәшева Республика клиник перинаталь үҙәге менән танышып сыҡты. Римма Әмир ҡыҙына реанимация бүлеге, бала табыу блогы күрһәтелде.