Бөгөн Рәсәйҙә һауа-десант ғәскәрҙәре көнө. Ҡанатлы гвардия ветерандарын һәм шәхси составты байрам менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Төбәк етәксеһе «Патриот « хәрби - илһөйәрлек паркында Рәсәй геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты һәм бер төркөм ир-егеттәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы . Өсөнсө йыл рәттән ошо майҙанда уҙғарылған байрамда пилотаж төркөм әҙерләгән сағыу тамаша күрһәтелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Герой һәйкәл булып ҡайтты. Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә Рәсәй геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асылды . Илһөйәр яҡташыбыҙ махсус хәрби операция башланған көндән үк үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа баҫҡан. Һуңғы алышта өлкән лейтенант нацистар тарафынан ташланған гранатаны күреп ҡалып, уны кәүҙәһе менән ҡаплаған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Максим Серафимов иҫтәлегенә асылған һәйкәл бөтә ҡаһарман яугирҙарҙы һынландыра тип уртаҡлашты.
Рәсәйҙә 2 августа һауа -десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Республикала байрамдың төп өлөшө өсөнсө йыл рәттән Патриот хәрби паркында үтә. десантсы ул элиталы хәрби һөнәр һанала Төрле йылдарҙа һауа-десант ғәскәрҙәренә тик физик яҡтан көслө, психик күҙлектән тотороҡло егеттәрҙе генә һайлап алалар. Десантсылар әйтеүенсә, был ғәскәргә эләгеү оло ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ.
Байрам көнөндә һәләк булған десантсыларҙы иҫкә алдылар.Радий Хәбиров бер төркөм хәрбиҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Ир-егеттәр генерал Шаймортаов миҙалы һәм ордендары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Десантсылар ерҙә лә , күктә лә һәр саҡ алда. Байрам көнөндә Патриот паркы биләмәһендә пилотаж төркөм әҙерләгән сағыу тамаша ойошторолдо.
Һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип 1930 йылдың 2 авгусы иҫәпләнә. Тап шул көндө Воронеж янында 12 десантсы тактик бурысты үтәү өсөн парашют менән һикерә. Тик был дата рәсми рәүештә билдәләнмәй, календарҙарҙа ул 16 йыл элек барлыҡҡа килә.
Башҡортостанда запастағы десантсыларҙы берләштергән ойошма уңышлы эшләп килә. Улар республиканың төрлө төбәктәрендә хәрби-патриотик эшмәкәрлек алып бара. Элиталы ғәскәр көнөнә арналған байрам саралары республиканың бөтә район-ҡалаларында үтә.
Десантсылар Бөйөк ватан һуғышы йылдарында, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә, Төньяҡ Кавказда халыҡ-ара террорзмға ҡаршы алышҡанда, Донбасс халҡын яҡлап Украиналағы махсус хәрби операцияла алыша . Беҙҙән башҡа бер кем дә девизы менән улар хәрби бурыстарҙы намыҫлы үтәй .
Флорида Ким