Башҡортостандың 36 районында хужалыҡтар иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар урып-йыйыуға тотонған

1 авгусҡа игенселәр 77,7 мең гектарҙы һуғып алған. Был дөйөм күләмдең 5,5 проценттан ашыуы. 300 мең тоннанан ашыу ашлыҡ ырҙын табаҡтарына оҙатылған. Республика хужалыҡтарында ужымды урып йыйыу барышы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Шишмә районы хужалыҡтарында ла ужым бойҙайын урып- йыйыу ойошҡан бара. Был комбайндар бункеры 8 тонна уңыш һыйҙырышлы. Бойҙайҙың дымлылығы 14-15 процент тәшкил итә, ти белгестәр. Бункеҙар ужым бойҙайы менән тулыуға йөк тейәргә камаздар килеп туҡтала.

«Нерал» ауыл хужалығы предприятиеһында ла комбайнерҙар ужым бойҙайын ура. Уңыштың был партияһы киләһе йыл уңышы өсөн келәттәргә оҙатыла. Аҙна дауамында киптерелгәндән һуң улар орлоҡҡа һаҡлауға һалынасаҡ. «Нерал» дар был маҡсатҡа ужым бoйҙайының мең тоннанан ашыуын йүнәлтергә ниәтләй.

Шишмә районы баҫыуҙарында урып-йыйыуҙа 80 ашыу комбайн эшләй. Һауа шарттары ҡоро торғанда аграрийҙар уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға өмөтләнә.

Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондары ла быйылғы ураҡта алдынғылыҡты бирмәй, уларҙың һәр береһендә 40-45 мең тонна яңы уңыш һуғылған.Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар ужым бойҙайы уңышын йыя. Уның 65,8 мең гектары һуғылған - был культура сәселгән бөтә майҙандарҙың 35,4 проценты. Шулай уҡ 6,6 мең гектар ужым арышы һәм 3,1 мең гектар яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары һуғылған.

Гүзәл Борханова