Үҫмерҙәр Ағиҙелде матурлауҙа ҡатнаша

Ҡала хакимиәте башлығы Динис Ирназаров ошо турала социаль селтәрҙә яҙа. Йәштәрҙе берләштергән хеҙмәт отряды йәй аҙағына тиклем ҡаланы таҙартыу һәм йәшелләндереү эштәрен башҡара. “Был уларҙың  тәүге тәжрибәһе. Беренсе тапҡыр аҡса эшләп ҡарау мөмкинлеге. Шулай уҡ ҡалалары өсөн яуаплылыҡ тойоу, уны тағы ла йәмлерәк итеү форсаты. Теләгәндәрҙе эшкә саҡырабыҙ. Ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ”, - тигән Динис Ирназаров. Быйыл Башҡортостанда 3 мең ярым студент хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән.