Өфө янындағы “Патриот” паркында һауа-десант комплексы булдырыла

Был турала Һауа-десант ғәскәрҙәренә 95 йыл тулыуға арналған сарала белдерелде. ВДВ ветераны  Рифат Хужағәлиев Республика башлығы Радий Хәбировҡа “Патриот” биләмәһендә һауа-десант комплексы булдырыу пландары тураһында һөйләне. Проект парашют тренажеры һәм трамплин, МИ-8 бейеклек тренажеры, асылмалы системалар өсөн  стапелдәр төҙөүҙе, АН-2 самолеты макетын, шулай уҡ ВДВ частары һәм берләшмәләре эмблемаларын, Советтар Союзы геройы, легендарь һауа-десант ғәскәрҙәре командующийы Василий Маргелов бюсын урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Радий Хәбиров проектты хупланы һәм уны киләһе йылда ғәмәлгә ашыра башларға кәрәк тип билдәләне.