Мәсетле районынан МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды

  Алғы һыҙыҡҡа  дарыуҙар, маскировка селтәрҙәре, плащ-палаткалар, ағас материалдары, "Урал" мотоциклы, ЗИЛ-31 өсөн тәгәрмәстәр, УАЗ автомобиле һәм башҡалар ебәрелгән. Гуманитар конвой  "Ышаныслы тыл" штабының волонтерҙары һәм урындағы халыҡ ярҙамы менән әҙерләнде, тип белдерәләр район хакимиәтенән.