Башҡортостанда һунарсылар өсөн квоталар билдәләнде

2025-2026 йылдарҙағы миҙгелгә бәйле документҡа Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ул рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Киләһе йылдың 1 авгусына тиклем 3 мең 400-ҙән ашыу мышы, 2 мең 300-гә яҡын себер ҡоралайы , 77 һеләүһен, 16 болан, 600  һоро айыу, 880 бурһыҡ ауларға рөхсәт ителә, тип белдерәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.