Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 17 процентҡа аҙыраҡ, тип белдерәләр Урман хужалығы министрлығынан. Йыл башынан рөхсәтһеҙ 1740 кубометр самаһы ағас әҙерләнгән, 78 осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был йүнәлештә эш “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса башҡарыла.