Башҡортостанда һунарсылыҡ итеүгә квоталар билдәләнде

Ҡырағай хайуандар аулауға рөхъсәтте Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бирә. Республика башлығы ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, 1 августан алып киләһе йылдың ошо осорона тиклем республиканың һунарсылыҡ биләмәләрендә 3256 мышы, шул уҡ сама себер ҡоралайы, 77 һеләүһен, 16 болан ауларға мөмкин. Айыуҙарҙың саманан тыш артыуын иҫәпкә алып уларҙы атыуға 600 квота бирелә. Шулай уҡ 880 бурһыҡҡа һунар рөхсәте бирелә. Дөйөм тәғәйенләнештәге һунарсылыҡ биләмәләрендә ауға сығыу өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары йәрәбә нигеҙендә таратыласаҡ.