«Урожай» агрохолдингы ивестицияларына төҙөлгән проекттың хаҡы 2 миллиард ярым һум. Элеватор әленән үк уңыш ҡабул итә башлаған. Шулай ҙа ярҙамсы объекттар төҙөлөшө дауам итә. Ауыл хужалығы министры әйтеүенсә, юғары технологиялы заманса элеваторҙар аграрийҙарға һауа торошона ҡарамай ашлыҡ тупларға ярҙам итә. Сөнки бөртөклө культураларҙы яландарҙа киптереү талап ителмәй. Иң мөһиме комбайндар ғына баҫыуҙарға инә алһын.