Благовещенда физкультура-һауыҡтырыу комплексы файҙаланыуға тапшырылды

«Башнефть» компанияһы ярҙамы менән Благовещен ҡалаһында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. Заманса, 2 ҡатлы бина «Роснефть» менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы төҙөлгән.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексында баскетбол, мини-футбол һәм волейбол өсөн иркен универсаль зал, йыһазландырылған скалодром, 25 метрлыҡ бассейн, көрәш һәм тренажер залы, душ, кейенеү бүлмәләре бар.

Яңы комплекс асылыуы Благовещен ҡалаһы һәм районының спорт инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим этап һанала.

Нефтселәр ярҙамында 2017 йылдан алып Башҡортостандың 16 районында 30 ҙан ашыу спорт объекты асылған.

«Башнефть»ойошмаһының төп йүнәлештәренең береһе - республикала күмәк спортты үҫтереүгә булышлыҡ итеү.