Өфөлә быйыл 8 дауаханала ремонт үткәреү күҙаллана

Баш ҡалала медицина учреждениаларын тәртипкә килтереү өсөн 400 млн һум аҡса бүленгән. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Көн тәртибендә ураҡ кампанияһы барышы һорауҙары ҡаралды. Республика аграрийҙары ужым бойҙайы уңышын йыйып алып борсаҡ һәм арпа урып-йыйырға әҙерләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Көндәрҙең ҡоро һәм ҡояшлы тороуы-аграрийҙар өсөн айырыуса ҡыуаныс. Уҙған аҙнала урып-йыйыу эштәренә төшкән баҫыу эшсәндәре көндөң һәр сәғәтен ҡәҙерләп таңдан кискә тиклем уңыш йыя. Дүшәмбегә республика аграрийҙары 550 мең бойҙай һуғып йыйған. Ауыл хужалығы эшсәндәре уңыш ҡеүәте менән ҡәнәғәт, улар гектарынан 40 центнерға тирәһе бойҙай алған.

Ураҡ кампанияһы барышы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Аграрийҙар уңышты теүәлләп, киләһе йылға ҡалдырыласаҡ ужым бойҙайын сәсеүгә әҙерләнә. Ошо көндәрҙә баҫыу эшсәндәре арпа һәм борсаҡ, аҙаҡ ярауай культураларҙы йыйырға төшәсәк. Барлығы төбәк аграрийҙары алдында 2 млн 600 гектар майҙанда уңыш йыйыу маҡсаты тора.

Көн тәртибендә Өфө медицина учреждениеларын модернизациялау программаһы иғтибарға алынды. 2029 йылға тиклем ирҫәпләнгән төбәк программаһы буйынса Өфөлә тиҫтәләгән дауахана-поликлиниканы тәртипкә килтереү күҙаллана. Иҫке биналарҙы ремонтлауҙан тыш модернизация сиктәрендә яңы ҡоролмалар һатып алына.

Быйыл дауаханаларҙа модернизация үткәреү өсөн 400 млн һум аҡса бүленгән. Был суммаға Өфөлә 8 -се дауахана филиалын, ашығыс ярҙам дауаханаһы корпусын, наркология диспансеры станционарын һәм республика клиник инфекция сирҙәре дауаханаһын тәртипкә килтереү күҙаллана.

Башҡортостанда «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Был аҙнала сәләмәтлек поездары бригадалары Саҡмағош, Асҡын, Мәләүез, Ҡыйғы, Бишбүләк һәм Йылайыр райондары ауылдарына юлланды. Акция ярҙамында төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр бушлай диагностика үтеп табиптарға приемға эләгә, кәрәк саҡта аҡ халатлылар өҫтәмә анализдарға һәм тикшереүҙәргә юллама бирә. Сәләмәтлек программаһы буйынса апрельдән генә 126 мең кеше тикшереү үткән һәм табиптар йөҙәрләгән кешелә яман шеш ауырыуҙарын иртә стадияла, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын асыҡлаған.

Флорида Ким