Бөгөн Благовещен ҡалаһында бассейн менән йыһазландырылған яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы файҙаланыуға тапшырылды. Спорт объекты «Башнефть» компанияһының финанс ярҙамында Башҡортостан менән «Роснефть» араһындағы хеҙмәттәшлек сиктәрендә төҙөлгән. Коплексты асыу тантанаһы республика башлығы ҡатнашлығында үтте. Радий Хәбиров шулай уҡ төбәктең иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре менән дә яҡындан танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ғәнислам Вәлиев үҙен белә-белгәне бирле спорт менән дуҫ. 75 йәштә лә һаулығына ҡарата яуаплы. Шуға ла ветеран педагог Благовещенда физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһынан ситтә ҡала алманы. Хатта, яңы тренажерҙы ла һынап ҡараны.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексы өс йыл дауамында төҙөлә. Йәмғеһе 8 спорт төрөн берләштергән. Ике ҡатлы бинаның үҙ бассейны ла бар. Объектты файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында республика башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров спорт комплексы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышып, физик культура тармағы үҫешенә тос өлөш индергән тренерҙарҙы айырым билдәләп үтте.
Спорт комплексы «Роснефть» менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Яңы объекттың асылыуы Благовещен ҡалаһы һәм районының спорт инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим этаптарҙың береһе. Бөгөн яуланған уңыштар ҙа юҡ түгел.
Ә Рәсәй йыйылма командаһын тулыландырырҙай спортсылар киләсәктә лә етерлек булмаҡсы. Благовещен йәштре спорттың һәр төрҙәрендә лә һынатмай.
2013 йылда ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында ойошторолған «Кристалл» футбол командаһында ғына бөгөн 120-нән ашыу бала шөғөлләнә. Киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ проект урындағы халыҡ өсөн көтөлмәгән яңылыҡ. Әлеге стадион хатта объект булараҡ рәсми теркәлмәгән һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә лә түгел.
Был йәһәттән, төбәктең иҡтисади үҫешенә бәйле мәсьәләләр, алмашҡа кадрҙар әҙерләү һорауы Благовещен ҡалаһының күп профилле һөнәрселек колледжында яйға һалынған. Мәғариф учреждениеһы «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә «Химия тармағы», «Машиналар эшләү» һәм «Педагогика» кеүек өс республика кластерына ингән. Теүәл өс айҙан тағы бер заманса аудитория файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Киләһе пландарҙан колледжың дөйөм ятағын, тамашасы залын һәм спорт майҙансығын ремонтлау көтөлә. Радий Хәбиров мәғариф учрежениеһын реконструкциялау буйынса артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды.
Благовещен колледжында йәмғеһе 6 йүнәлеш буйынса һөнәри белем биреүҙә махсуслашҡан. Һуңғы йылдарҙа республикала урта махсус уҡыу йорттарына бүленгән иғтибар һөҙөмтәһендә абитуриенттар ҙа бик күп.
Уҡыу йортон тамамлаусыларҙың да 60 проценттан ашыуы алған һөнәре буйынса эшкә урынлаштырылған. Был йәһәттән, урындағы компаниялар араһындағысоциаль партнерлыҡ белем биреү процесын үҫтереүгә булышлыҡ итмәй ҡалмай.
Азат Ғәлиуллин