Өфөлә «Защитник» үҙәгенә республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеүселәр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Үҙәктә банк хеҙмәткәрҙәре финанстар буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек буйынса эш алып бара. Бер көн эсендә тулыһынса хәрби хеҙмәткә һайлау тәртибен үтергә була. Контракт төҙөгәндән һуң яугирҙарға 210 мең һумдан юғары эш хаҡы түләнә. Шулай уҡ хәрбиҙәргә махсус бурыс үтәгән өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 50-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.