Спорт сараһы «Экологик именлек» милли проектының «Таҙа һауа»федераль проекты сиктәрендә ҡаланың һаулыҡ паркында уҙғарылды. Йүгерәктәр ярышында профессиональ спортсылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнашты.Хатта сабыйҙар ҙа ата-әсәләренә ҡеүәт биреп, дәртләндереп торҙо.
Спортсылар дистанцияларҙы үтеүҙән тыш, махсус «йәшел ғәҙәттәр зкотрекерында» балдар йыйып, экологик яуаплы булған йәмғиәт формалаштырыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Эстафетала бер юлы ике команда-2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм «бергә Йүгерәбеҙ» командаһы 219 түңәрәк үтте. Спорт мәктәбе дистанцияны иң яҡшы ваҡытҡа үтте.