Был турала Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының отпускынан һуң тәүге эш көнөндә билдәле булды. Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашыраласаҡ форумда йәмғеһе 11 ҡурсаҡ театры ҡатнашасаҡ. Ижади коллектив шулай уҡ 94-се ижад миҙгелендә көтөләсәк премьералар тураһында фекер алышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры отпускынан һуң тәүге эш көнөн репетициянан башланы. Етмәһә, 94-се ижад миҙгеленең беренсе премьераһы. Үҙенә күрә ҡатмарлы сәхнә әҫәрҙәренән дә һанала. Сөнки, артистарға күп һанлы ептәргә ҡуйылған ҡурсаҡтар менән 4 метр бейеклктән идара итергә тура килә.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры быйыл өсөнсө йыл яңыртылғандан һуң асылған бинала ҡаршылай. Маҡсаттар ҙа юғары, театр коллективы ла йылдан йыл арта. Быйыл мәҫәлән, өс хеҙмәткәр эшкә килгән.
94-се ижад миҙгелен рәсми асыу тантанаһы 11 сентябргә билдәләнгән. Шулай ҙа кескәй тамашасыларын театр коллективы 9 августан уҡ ҡабул итергә әҙер.
Ижади коллетив ҙур һәм кесе залдарҙа ғына түгел, театр алды майҙанында ла махсус спектаклдәр сәхнәләштерергә әҙер. Асыҡ һауалағы тамашала шулай уҡ ҡурсаҡтар ҙа 3 метрҙан ашыу булғаны һайланасаҡ.
Азат Ғәлиуллин