МХО яугирҙарының балаларына транспортта бушлай йөрөү ҡағиҙәләре билдәләнде

Льгота менән мәктәп уҡыусылары ла, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлектәрендә уҡып йөрөгән 23 йәшкә тиклемге студенттар ҙа файҙалана ала. Ғаризаны  ата-әсә, законлы вәкил йәки бәлиғ булған бала үҙе тапшырырға мөмкин .Льгота алыу өсөн документтар исемлеге социаль ярҙам үҙәге сайтында баҫылған. Электрон юл йөрөү билеты айына 60 тапҡыр бушлай йөрөргә хоҡуҡ бирә.