Баш ҡаланы үҫтереү потенциалы бөгөн республика башлығының төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында күтәрелде. Төҙөүселәр көнө уңайынан ойошторолған сарала хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү тантанаһынан тыш, Өфөнөң инфраструктураһына бәйле мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Радий Хәбиров һуңғы йылдарҙа төҙөлгән ил кимәлендәге әһәмиәтле юлдар, социаль объекттарҙы айырым билдәләп үтте.
Һөнәри байрам алдынан ойошторолған сара уңайынан Өфөнөң тәбиғи рельефын сағылдырған архитектура макеты сығарылды. Проект өҫтөндә 120-ләп кеше эшләгән. Унда меңдәрсә бина, юлдар, парк-скверҙар күрһәтелгән. Рәссамдар һәр объекттың 3Д моделен сығарырға тырышҡан. Яңылыҡ архитекторҙарға һәм ҡала төҙөүселәренә Өфөлә буласаҡ проекттарҙы булдырыуҙа ярҙам итергә тейеш.