Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән «Беренселәр хәрәкәте» грант конкурсында ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр һаны буйынса илдә алдығылыҡ биләй. Быйыл мәҫәлән, 40 еңеүсе 53 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең координация советы ултырышында әйтелде. Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә үткән осрашыуҙа республика башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров йәштәрҙең һорауҙарына яуап биреп кенә ҡалмай, төплө кәңәштәрен дә еткерҙе.
Ойошма Рәсәй менән бергә, хәрәкәттә һәм беренсе булыу девизында эшләй. Шуға ла «Беренселәр хәрәкәте»ндә остаз булараҡ махсус хәрби операция ветерандары ла сығыш яһай. Республикала йәмғеһе 315 меңдән ашыу бала һәм өлкән йәштәгеләр төбәк бүлексәһенең ағзаһы булып тора.