Быйыл Башҡортостанда дауаханаларҙы модернизациялау өсөн 400 миллион һум аҡса бүленгән

2029 йылға тиклем иҫәпләнгән төбәк программаһы буйынса Өфөлә тиҫтәләгән дауахана-поликлиниканы тәртипкә килтереү күҙаллана. Былтыр тәүге объект булып Республика туберкулезға ҡаршы диспансерының балалар бүлеге ремонтланды. 1970 йылдарҙа төҙөлгән бинала палаталар, коридорҙар һәм туҡланыу урыны төҙөкләндерелгән. Уйнау өсөн комплекстар, палаталарҙа телевизорҙар ҡуйылған һәм процедура кабинеттары яңыртылған. Бөгөнгө көндә диспансерҙа бер йәштән 18 йәшкә тиклем 60 бала дауалана. Улар уртаса 8 ай ваҡыт һауыҡтырыу курсы үтә. Шуға күрә бында йәшәү урынын яҡшыртыу бик мөһим.