Бәләбәй районы Знаменка ауылында табип амбулаторияһы сафҡа инәсәк

Социаль объект «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектына ярашлы төҙөлгән. Быға тиклем медицина ярҙамы 1978 йылда төҙөлгән кирбес бинала күрһәтелә. Ул яңы санитар-эпидемилогик нормаларға тап килмәй. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә ике ай эсендә модулле табип амбулаторияһы ҡалҡып сыға. Эске биҙәү эштәре тамамланған, учреждение һыу менән тәьмин итеү системаһына тоташтырылған. Бер үк ваҡытта амбулатория заманса медицина ҡорамалдары менән дә йыһазландырылған. Бында беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеләсәк, шулай уҡ халыҡ ауылдан ситкә йөрөмәйенсә анализ тапшыра һәм тикшереү үтә ала. Яңы амбулатория ике меңдән ашыу кеше йәшәгән 4 ауылды хеҙмәтләндерә. Учреждение тулы ҡеүәттә Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан лицензия алғас эшләй башлаясаҡ.

Яңы табип амбулаторияһы менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Азат Мөхәмәтйәнов танышып сыҡты. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ауыл ерендә сифатлы медицина ярҙамы алыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә. Уның яраҙмында медицина учреждениелары яңыра, реабилитация системаһы камиллаштырыла, һаулыҡ һаҡлау системаһын һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.