Республикала һуңғы тәүлектә урман янғындары теркәлмәгән

Әлшәй районында ҡоро үләнгә ут ҡапҡан. Ул һүндерелгән. Быйыл 13 урман янғыны булған. 27 гектар биләмә зыян күргән. 300-ҙән ашыу урында ҡоро үлән янған. Көндәр эҫе тороуға бәйле, Башҡортостан урмандарында ут сығыу хәүефе бар. Халыҡты һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡыралар. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте телефоны: 112.