Рейдтарҙа махсус батальон ҡатнаша тип белдергән баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Юл полицияһы иртәнге сәғәттәрҙә Кушнаренко районында М-5 “Урал” трассаһында эшләне. Хәмер эскән автоһәүәҫкәрҙәрҙе асыҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Республикала “Рулгә ултырма, малай” социаль кампанияһы дауам итә.