«Беренсе тирмә» төбәк проекты ҡатын-ҡыҙҙары төркөмө Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары госпиталдәрендә яралы яугирҙарға ярҙам күрһәтә. Ирекмәндәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Махсус хәрби операцияла яҡындары һәләк булғандар ҙа бар. Уларҙы бер маҡсат-яугир яҡташтарыбыҙға Башҡортостан сәләмен, күңел йылыһын, күстәнәстәрен еткереү, яралылырға төҙәлергә ярҙам итеү теләге берләштерә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Беренсе тирмә» төбәк проектын ойоштороу тәҡдимен Башҡортостан башлығы ла хуплай. Ирекмәндәр яҡындарынан алыҫта булған, ауыр тән йәрәхәттәре алған яугирҙарыбыҙ өсөн әсәй ҙә, апай ҙа, һеңле лә була.
30-ҙан 55 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар ирекмән була ала. Йәш буйынса сикләү сәбәбе-талаптарҙың ҡаты һәм эш көсөргәнешлеге юғары булыуында. 18-се «Беренсе тирмә» составында адвокаттар, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, эшҡыуарҙар, медицина белгестәре, уҡытыусылар бар. Улар буш ваҡыттарын хәрбиҙәргә ярҙамға бағышлай. Ирекмәндәр өсөн иң ҙур баһа яугирҙарҙың рәхмәт һүҙҙәре.