Был пилотһыҙ осоу аппараты һигеҙ йөҙ километр араны үтеү һәләтенә эйә. Ул тылдағы обьекттар һәм хәрби нығытмаларға һөжүм итеү өсөн тәғәйенләнгән. Ауырлығы 60 килограмм самаһы, оҙонлоғо 3 метрҙан ашыу. Әммә был ҡош маҡсатына ирешә алмай, уны беҙҙең яугирҙар ҡыйратып өлөгөрә. «Башҡоростан» полкы яугирҙары Венер Яҡуповҡа был трофейҙы республика Хәрби дан музейына тапшырыуҙарын үтенә. Әйткәндәй, Венер Ғилметдин улы күптән түгел ҡыйратылған «Бук» ракетаһын тиҙләтеүсе өлөшөн дә тапшырған. Был трофейҙы Миңлеғәле Шаймортов исемендәге батальон хәрбиҙәре атып төшөргән.
Әйткәндәй, Венер Ғилметдин улы күптән түгел ҡыйратылған «Бук» ракетаһының тиҙләтеүсе өлөшөн дә тапшырған. Трофейҙы Миңлеғәле Шаймортов исемендәге батальон хәрбиҙәре атып төшөргән. Республика Хәрби дан музейы алғы һыҙыҡтан ҡайтарылған ҡорал менән даими тулыландырыла. Хәрби трофейҙар тылдағыларға яу яланындағы ысынбарлыҡты күрһәтеү өсөн мөһим.