Былтыр төҙөкләнедереү эштәренең беренсе этабы тамамланып, ҡыйыҡ аҫтында хоккей коробкаһы төҙөлә. Ҡышҡыһын унда сәкән һуҡһалар, йәйгеһен майҙансыҡ волейбол, баскетбол, футбол өсөн яраҡлаштырыла.
Хоккей коробкаһын төҙөү өсөн Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте бюджетынан 67 миллион һум аҡса бүленә. Төҙөлөш ике йыл дауам ителеп, былтыр файҙаланыуға тапшырыла. Тәүге миҙгел уңышлы үтә. Спорт мәктәбе хоккей буйынса муниципалитет ярыштарын ҡабул итә. Киләһе этап-стадион биләмәһендә универсаль спорт залын төҙөү. Ул физкультура-һауыҡтырыу комплексын бушатырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, заманса, бөтә талаптарға яуап биргән һәм йыл әйләнәһенә эшләгән футбол, волейбол, баскетбол, гимнастика залдары барлыҡҡа киләсәк. Әлегә спорт мәктәбендә 810 бала шөғөлләнә, 18 спорт төрө буйынса түңәрәктәр эшләй. Тәрбиәләнеүселәр респубика, Рәсәй кимәлендә ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. 54 малай-ҡыҙ уҡтан атыу, бокс, йөҙөү, еңел атлетика һәм көрәш буйынса Башҡортостан йыйылма командаһына ингән.