Башҡортостанда төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланылар

Төҙөүселәр көнөн уңайынан Өфөлә колонна залында хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, Рәхмәт хәттары һәм Почет грамоталары тапшырылды. Башҡортостандың төҙөлөш өлкәһендә 180 мең кеше эшләй. Тап улар тырышлығы һәм яуаплылығы менән яңы социаль объекттар, торлаҡ йорттар һалына. Республика төҙөлөш комплексы илдә иң яҡшылары исемлегендә-уҙған йылда 3 миллион квадрат метрҙа торлаҡ сафҡа индерелде. Башҡортостан төҙөүселәре Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә тергеҙеү эштәрен әүҙем алып бара.