Быйыл Башҡортостанға туризмды үҫтереүгә 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән

Һуңғы ике йылда ғына был тармаҡҡа яҡынса 3,7 миллиард һум йүнәлтелгән, шуларҙың 1,5 миллиарды-«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ»милли проекты буйынса федераль бюджеттан. Республикала уңайлы һәм заманса туристик инфраструктура формалаша, кемпингтар, глэмпингтар һәм афреймдар менән йыһазландырылған яңы турбазалар төҙөлә.

Максим һәм Зарина өсөн мөхәббәт тарихындағы иң мөһим көндөң ял базаһында үтеүе ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ. Сәстәрен сәскә бәйләгән йәш парҙар был тантананы «Черемушки» комплексында үткәргәндәренә ҡыуанып бөтә алмай.

Ял йортон беҙгә бер-нисә аҙна алдан уҡ табып ҡуйырға тура килде. Сөнки урындар юҡ ине.Хеҙмәтләндереү бында юғары кимлдә. Бешерелгән ризыҡтар тмәле һәм сифатлы

Максим Степанов

Бында кондиционерҙар булыуы уңайлы, үҙебеҙ һәм ҡунаҡтар өсөн иркен зал бар, бейеү һәм аралашыу өсөн дә урын етерлек. Хатта балалар өсөн дә уйын зонаһы бүленгән.

Зарина Степанова

Ял базаһы биләмәһендә ҡунаҡхана фонды, кафе һәм банкет залдары урынлашҡан. Дәүләт ярҙамы менән былтыр ҡарағай урманында афреймдар төҙөлгән. Ял итергә киләгән ҡунаҡтар себер чандарында һәм мунса комплекстарында тәнгә файҙалы спа-процедуралар алып ҡыуана.

2018 йылдан алып «Туризм» милли проектының «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектында ҡатнашабыҙ. Афрейм стилендәге йорттарҙы грантҡа төҙөнөк. Улар заманса, уңайлы. Йорттар янында ял итеү өсөн мунсалар, ҡаҙандар һәм джакузи бар.

Рунар Туҡтаров, «Черемушки» ял үҙәге директоры

Ҡунаҡтарҙың әүҙем ялы өсөн: пейнтбол, арҡан паркы ҡоролған.Балаларға ла бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Әйткәндәй, комплекс йыл әйләнәһенә эшләй. Ял итеүселәрҙе үҙ эшенең оҫтаһы булған прфессионалдар хеҙмәтләндерә.. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2019 йылда эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар системаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостанда 600-ҙән ашыу ҡунаҡхана һәм шифахана, 120 глэмпинг бар, уларҙың 101-е йыл әйләнәһенә эшләй. Ғаилә бизнесын асыу һәм үҫтереү өсөн грант ярҙамы күрһәтелгән осорҙа туризм өлкәһендә 54 инвестиция проектына финанс ярҙамы күрһәтелгән. Республикала йыл һайын 3 миллион самаһы турист ял итә һәм төбәктә яңы ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Гүзәл Борханова