Рәсәйҙә әсә һөтөн хуплау аҙналығы бара. Ул йәмғиәттең, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙың иғтибарын сабыйҙарҙы тәбиғи рәүештә имеҙеп үҫтереүҙең мөһимлегенә йүнәлтеү маҡсатынан ҡабул ителгән. Әсә һөтөндә кескәйҙәрҙең сәләмәт үҫеше өсөн бөтә файҙалы һәм туҡлыҡлы матдәләр бар, ти Республика медицина-профилактика үҙәгенең бүлек етәксеһе Эмма Әхмәҙуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт