Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы

Көн тәртибенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, муниципалитеттың социаль-иҡтисади хәленә бәйле мәсьәләләр сығарылды. Марат Заһиҙуллин Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнеүгә йөҙ көн. Ҡала етәксеһе Радий Хәбировҡа ошо сорҙа ниндәй эштәр башҡарылыуы һәм артабанғы үҫеш йүнәлеше тураһында һөйләне. Инвестиция проекттары, социаль объекттар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт урындарын, юлдарҙы тәртипкә килтереү тураһында ла һүҙ барҙы.