Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә иген ҡабул итеү предприятиеларының, икмәк продуктары комбинаттары һәм элеваторҙарҙың матди-техник базаһында әҙерлек эштәре тамамланған. Бөгөн республикалағы 34 ырҙын табаҡтарының ҡеүәте бер юлы 4 миллион тонна самаһы иген һәм майлы культураларҙы һаҡлау мөмкинлеге бирә. Әйткәндәй, күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында Башҡортостанда иң ҙур заманса элеватор файҙаланыуға тапшырылды. Ул 122 мең тонна ашлыҡ һаҡлауға иҫәпләнгән.