Балалар баҡсаһы бинаһынан- икмәк бешереү цехы. Миәкә районыда йәшәүсе Филүс Аҡбаров был идеяны оҙаҡ йылдар хыялында тотоп, ниһәйәт тормошҡа ашырған.Ҡасандыр балалар баҡсаһы булған бинаны йүнсел былтыр һатып алған. Дәүләт ярҙамында ҡорамалдар хәстәрләгән, ике туған ағаһы менән бергә ремонт яһағандар. Февраль айынан Миәкә районында икмәк, ҡамыр аштары, бәлеш бешерергә тотонғандар. Бөгөн эшҡыуар ғаилә рецепттары буйынса ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк һәм ҡамырҙан төрлө ризыҡтар бешерә. Был икмәккә башҡа ҡушымталар өҫтәлмәй.Бала саҡ тәме, ти Филүс Аҡбаров.
Филүс Аҡбаров бала сағындағы кеүек туҡлыҡлы һәм тәмле икмәк бешереүе менән бәхетле. Эшҡыуарҙың хыялын тормошҡа ашырырға дәүләттән субсидиялар ярҙам итә. Республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа идеянан алып тулы ҡеүәтле производствоға тиклем үҫергә мөмкинлек биргән программалар эшләй. Ярҙамды яңы эш башлаған эшҡыуарҙар ҙа, үҙмәшғүл һәм аҙ тәьмин ителгән граждандар ҙа ала.