Балтас район хакимиәте башлығы Илгиз Субышев мобилизацияланған яҡташыбыҙ тураһында социаль селтәрҙә яҙған. Моряк 2022 йылдың сентябрендә фронтҡа киткән. Бөгөн ул Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт итә. Ике тапҡыр яраланған. Госпиталдә дауаланған һәм кире иптәштәре янына барған. “Геройыбыҙ ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн бик күп миҙал һәм ордендар менән бүләкләнде. Уны өйҙә әсәһе көтә. Ауыл халҡы уға ярҙам итеп тора. Морякка һәм бөтә һалдаттарға уңышлы хеҙмәт, Еңеү менән тыуған өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”, тигән хакимиәт башлығы.