Башҡортостанда Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлы ремонтлана

Әлегә участканың 6 километр ярымы төҙөкләндерелгән- асфальт-бетон япмаһы яңыртылған, юл эргәләре нығытылған, билдәләр һыҙылған, тип белдерәләр Юл хужалығы һәм транспорт министрлығынан.  Быйыл барлығы 19 километр оҙонлоғондағы  юл  ремонтлана.  Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса башҡарыла.