Яһалма интеллект буйынса ярыштар Ҡытайҙа үтте. 58-се лицейҙан Тимур Ғарифуллин өлкән класс уҡыусылары араһында ярышта беренсе уын алды. Шулай уҡ ил йыйылма командаһы менән көмөш миҙалға лайыҡ булды. - Тимур Ғарифуллин халыҡ-ара турнирҙа етди әҙерләнде. Инглиз телендә мәҡәләләр уҡыны, яһалма интеллект өлкәһендә яңылыҡтарҙы күҙәтеп барҙы. Бындай ныҡышмалылыҡ яҡшы һөҙөмтә бирҙе, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.