Сара бөгөн Стәрлетамаҡта Еңеү паркында булды. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. - Һәйкәл девиздарының береһе - "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ". Һуңғы йылдарҙа ул барыбыҙҙы берләштергән девизға әүерелде. Башҡортостан ысынлап та үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай. Бөтә республика яугирҙарҙың хәлен яҡшыртыу, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙары өсөн тырыша, тине Радий Хәбиров. Мемориаль комплексты урынлаштырыу эштәре быйыл апрелдә башланды. Ул бронзанан ҡойолған, оҙонлоғо 12 метр, бейеклеге 3 метрҙан ашыу.