Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына абитуриенттарҙан ике йөҙ меңдән ашыу ғариза ҡабул ителде

Был һандар уҙған йыл менән сағыштырғанда бер сиреккә күберәк. Беҙҙең өсөн бик яҡшы күрһәткес, сөнки Өфө университеттары йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы, үҙебеҙҙең уҡыу йорттары абруйлы һанала, тип яҙған социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.

Республика башлығы әйтеүенсә, юғары һандар төбәк идара итеүсе командаһының, вуз коллективының, ҡеүәтле предприятиеларҙың системалы ҙур эше. Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто - «Приоритет 2030» лидерлыҡ программаһында ҡатнаша. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса беҙ илдә иң яҡшы кампус төҙөйбөҙ. Был эш беҙҙең йәштәр республикала белем алып өйҙә эшләһен, башҡа төбәктәрҙән егеттәр-ҡыҙҙар беҙгә уҡырға килһен өсөн башҡарыла. Университеттар уҡыуға ҡабул итеү приказдарын әҙерләй башланы. Әле беренсе курсҡа 10 мең 600 кеше ҡабул ителгән. Барлығы 15 523 бюджет урын ҡаралған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә айырыуса иғтибар бүленә. ВУЗдарҙа уҡырға 69 яугир һәм 545 хәрбиҙең балаһы инде. Яугирҙарҙың күбеһе аграр университетты һайлаһа, балалары Өфө фән һәм технологиялар университетында туҡталды. Бөтә студенттарға уңышлы уҡыу йылы теләйем, ти яҙған Радий Хәбиров.