Өфөнөң Затон биҫтәһендә 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша

Яңы мәғариф учреждениеһы балаларға заманса белем биреүгә йүнәлтелгән. Шуға ла ул башҡа белем усаҡтарынан айырылып торасаҡ. Ниндәй үҙенсәлектәре бар мәктәптең? БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ҡыҙыҡһынды.

Мәктәптең буласаҡ спорт залы. Төҙөлөштә белгестәр үҙенә күрә, ябай булмаған технологик ысул файҙаланырға тырыша. Сөнки, ул гимнастика һәм тренажер залдары булараҡ йыһазландыраласаҡ. Уҡыу блогында иһә төҙөлөш дөйөм күләмдең яҡынса 40 проценты үтәлгән. Әлеге ваҡытта эске биҙәкләү эштәре алып барыла.

Төҙөлөш эштәре мәктәптең бар блоктарында алып барыла. Эске биҙәү эштәре менән бергә, инженер селтәрҙәре урынлаштырыла, эргә-тирә лә тәртипкә килтерелә. Проект төҙөлөшө бөгөн 80 процентҡа тиклем теүәлләнгән.

Кирилл Шевнин, төҙөлөш ойошмаһының проект етәксеһе

Затон биҫтәһендәге мәктәп баш ҡалала иң ҙурҙарҙан һанала. Проект буйынса бина 1225 урынға иҫәпләнгән. Миловка урамындағы объект республика Хөкүмәте менән «ПроШкола» компанияһы араһындағы концессия килешеүе сиктәрендә «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса төҙөлә. Федераль бюджеттан финанслана. Программа балаларға белем биреү һәм уларҙың үҫеше өсөн заманса уңайлы мөхит булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Яңы мәктәп асылыуын бик күптәр түҙемһеҙлек менән көтә. Әлегә 725 баланан ғариза ҡабул ителгән дә инде. Белем усағы ике меңдән ашыу бала һыйҙырышлы һәм уҡыуҙар ике сменала алып барыласаҡ.

Олег Котов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы

Мәғариф комплексы торлаҡ квартал эсендә урынлашҡан. Ул да инде тиҙ темптар менән төҙөлә һәм үҫешә. Әйткәндәй, яңы уҡыу йылында республикала яңыртылғандан һуң, 35 мәктәп үҙ ишектәрен аса.

Азат Ғәлиуллин