Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында халыҡ-ара профилле смена старт алды. Унда Белоруссиянан 20- ләгән үҫмер- Минск автозаводы хеҙмәткәрҙәренең балалары ҡатнаша.
«Берҙәмлек көсө»проекты сиктәрендә ял итеүсе үҫмерҙәр Башҡортостандың Милли музейына экскурсияла булды. Ҡунаҡтар республиканың тарихы һәм традициялары менән танышты, илдең бай үткәнен һөйләгән уникаль экспонаттарҙы ҡараны. Экскурсия маршруты шулай уҡ Фёдор Шаляпин исемендәге һәм Альбанов исемендәге музейҙарҙа ла ҡаралған. Уҡыусылар экскурсоводтарҙы иғтибар менән тыңлап, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе һәм тәьҫораттары менән бүлеште.
Мәктәп уҡыусылары өсөн башҡорт-беларусь каникулдары ике яҡ араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытасаҡ.
Ял итеүсе балалар менән алмашыу проекты Рәсәйҙең Беларусь республикаһындағы сауҙа вәкиллеге һәм «МАЗ» компанияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Мәҙәни хеҙмәттәшлек программаһы 19 авгусҡа тиклем дауам итәсәк, ә бер-нисә көндән Белоруссияға Башҡортостандан 20 уҡыусы сәйәхәткә барасаҡ.