Һүҙ айырым һаҡлауға мохтаж булған һирәк төр үҫемлектәр һәм хайуандар тураһында бара. Был ғалимдарҙың тәүге ялан тикшеренеүҙәре түгел. Теүәл бер ай элек улар бөтә территорияны картаға төшөрөү буйынса күләмле эш алып барғайны. Үҫемлек төрҙәренә бәйле яҡынса һығымтылар ҙа яһалды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Бер япраҡлы йомшағүләнгә хәйеф янай. Ғалимдар уны орхидея тип тә йөрөтә. Биологтар өсөн ул ябай үлән генә түгел, ә фәнни яҡтан тикшеренеү өлгөһө. Шуға ла эргә-тирәләге һәр үҫемлек айырым иғтибарға алына. Ғалимдар блокнотҡа ла теркәй, ҡайҙа урынлашҡанын планшетта ла билдәләп бара. Заманса гаджет ярҙамында биләмәнең тулы картографик материалы туплана. Һөҙөмтәлә, бөгөн Ҡыҙыл китапҡа ингән 4 үҫемлек төрө табылған.
Ялан тикшеренеүҙәренә республиканың төрлө учреждениеларынан биш белгес йәлеп ителә. Улар араһында фән кандидаттары һәм докторҙар ҙа бар. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе уникаль флораны һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Алып барылған хужалыҡ эшмәкәрлеге лә уларға йоғонто яһамаясаҡ.
Әлеге фотолар ҙа тап урында төшөрөлгән үҫемлек төрҙәре. Бар мәғлүмәттәр республика тәбиғәтен һаҡлау өсөн теркәлгән. Ә инде дөйөм ғилми хеҙмәт миҙгел аҙағында айырым бер материал булып сығыр тип көтөлә.