Дүрт кеше һәләк булған, тағы ла дүртәүһе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Әбйәлил районында ҡурҡыныс авария теркәлде. Магнитогорск-Аэропорт юлында иртәнге сәғәт һигеҙҙәрҙә урында йәшәүсе 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙ идара иткән «Мазда» автомобиле менән Силәбе өлкәһе кешеһе-35 йәшлек ир йөрөткән Лада Приора бәрелешә. Һөҙөмтәлә сит ил машинаһы водителенең һәм ике пассажирының урында уҡ ғүмере өҙөлә. Ладала водителдең ҡатыны һәләк була. Уның өс балаһы йәрәхәтләнеп дауаханаға оҙатыла.