Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы майҙанынан отпускыла булған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө-50-гә яҡын яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙың күбеһе дүртенсе-бишенсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған. Был ваҡытты улар башлыса ғаиләләре менән туған йортонда уҙғара. Яугирҙар яҡындарына йорт-баҡса эштәре менән ярҙам итеп, көс туплаған. Алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә хәрбиҙәр шәхси посылкалар алып китте.