Толбазы оҫтаһы «Урал батыр» йылы өсөн ижад итте

Балсыҡҡа йән өрөүсе. Башҡортостандың халыҡ кәсептәре оҫтаһы Зәки Исмәғил улы Нагаевтың балсыҡты ҡыҙҙырып башҡарған эштәре һоҡланғыс. Уның һуңғы эштәре «Урал батыр» эпосы йылына арнап башҡарылған. Башҡорт мифологияһына таянып эшләүсе Зәки Нагаевтың быуаттар серен һаҡлаған оҫтахана-музейында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Ай-йола» төркөмөн данлы иткән композицияның төп геройы Һомайҙы Зәки Исмәғил улы балсыҡҡа күсерегән. «Урал-Батыр» эпосындағы ҡоштар батшаһы Самрау менән Ҡояштың ҡыҙын Толбазы скульпторы төрлө варианттарҙа тәҡдим итә. Ысынлап та, Зәки Исмәғил улы оҫтаханаһында сувенирҙар төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Был кәштәләге ижади эштәрҙә Урал батыр дәүеренән алып бөгөнгө ысынбарлыҡты сағылдырған күренештәр, тарихи ваҡиғалар, ижади портреттар һынландырылған. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы һәм тәғәйенләнеше бар, ти оҫта.

Сувенирҙар етештереүҙә ул башлыса аҡ, ҡыҙыл һәм ҡара балсыҡ төрҙәрен ҡуллана. Диңғеҙ балсығы, керамик әйберҙәр эшләү өсөн иң ҡулайы, ти оҫта.Әммә уның менән эшләү күпкә мәшәҡәтлерәк булһа ла ул маҡсатынан тайпылмай. Балсыҡтарҙың һәр төрөн ҡушып сувенирҙар эшләүгә ҡулайлы масса әҙерләй. Улар бөтәһе ла Башҡортостанда етәрлек, ти оҫта. Диңгеҙ бүләге иһә миллион йылдар элек формалашҡан, шуға ла уны эшкәртеү өсөн башта махсус ҡорамалда ваҡлай. Артабан тейешле пропроцияларҙа ҡалғандарын ҡуша. Әҙер изделиеларҙы мең градуслы ҡыҙыу мейестә ун сәғәт яндыра. Һуңынан шымартыу һәм буяу эштәрен башлай.

Ә тарих саңы һеңгән был бүлмәлә күренекле рус әҙәбиәте классигы Александр Сергеевич Пушкин дәүеренә сөйәхәт итергә мөмкин. Ҡаурый ҡәләм менән яҙыу-һыҙыу алымдарын да ул ювелир теүәллеге менән башҡара. Майшәмдәр яндырып кешелек донъяһы үҫешенең баҫҡыстарына сәйәхәт ҡылдыра. Был музей һәр кешене онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар менән байыта. Халыҡ кәсептәре оҫтаһы мәктәп балаларына һәм өлкәндәргә балсыҡ изделиелары эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Уның шөғөлән ике ейәне лә үҙ иткән. Сыңғыҙ биш йәшенән алып олатаһынан бер тотам да ҡалмай. Ейәне һынлы сәнғәт төрҙәре буйынса конкурстарҙа уңыш ҡаҙанып өлгөргән.

Минең олатайымдың ҡулдары аҡ алтындан, ул балсыҡҡа ҡулдар тилберлеген, йөрәк йылыһын ҡушып мөғжизә тыуҙыра. Олтатайым менән бергә ижад итеү миңә бик оҡшай.

Сыңғыҙ Әүхәҙиев, Зәки Нагаевтың ейәне

Көршәксе тәрилкәһен дә Зәки Исмәғил улы үҙенә яраҡлаштырып ҡорған. Бер көршәкте эшләүгә ул сәғәт ярымдан ашыу ваҡыт сарыф итә. Һуңынан мейестә киптерә. Меңәрләгән сувенирҙар, ҡош-кейетәр һындары, район-ҡалалар үҫешенә арналған балсыҡ паннолар-бөтәһе лә Зәки Нагаев етәкләгән «Кирач» ижад төркөмө емештәре. Оҫтаның хыялы -Толбазы ауылында кермика серҙәренә өйәртеү буйынса сәнғәт мәктәбен асыу..Ә республикаланың туризм өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙары, туроператорҙары Толбазы ауылына күпләп туристарҙы, республикаға килеүсе ҡунаҡтарҙы таныштырыу экскурсияларына бөгөндән күпләп йәлеп ала. Был ишектәр Башҡортостанға тартылыусы һәм бай тарихты өйрәнергә ынтылыусыларға һәр ваҡыт асыҡ.

Гүзәл Борханова