Был амбициоз план менән республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамында белдерҙе. Әле Башҡортостан төҙөлгән торлаҡ күләме буйынса илдә алдынғы төбк.
2019 йылдан алып республикала 17 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Бынан тыш төҙөүселәр Көрәш һарайы, фехтования үҙәге кеүек күләмле проекттар тормошҡа ашырҙы. Баш ҡала артабан Өфө йылғаһы аръяғында үҫәсәк. Бында инсфраструктура, инженер селтәрҙәрен әҙерләү өсөн федераль ҡаҙнанан финанстар алыуға ирештек. Тиҙҙән 10 квадрат метр торлаө төҙөләсәк. Ә тотош Башҡортостанда алдағы биш йылда 21 квадрат метр файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тине ведомство етәксеһе.