Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Мең ырыуы йыйыны уҙҙы

«Мең ерлеге-мең берлеге». Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Мең ырыуы йыйыны уҙҙы. Сараға ошо ырыуҙың билдәле шәхсетәре, ағинәйҙәр, башҡорт теленә, йолаларына һәм ғөрөф ғәҙәттәренә битараф булмаған замандаштар йыйылды. Осрашыу «Мең ырыуыҙары» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан уҙғарылды.

Тура-Хан визит үҙәге майҙаны ырыуҙаштарҙы, фекерҙәш һәм ҡунаҡтарҙы бер майҙанға йыйҙы. Бындай осрашыуҙар Меңлеләр өсөн йолаға әүерелгән.

Мең ырыуы-иң ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе, төрлө сығышлы этник берләшмә булып тора. Ғалим-этнолог Рәил Кузиев классификацияһына ярашлы, улар көньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Дим буйы төркөмөнә ҡарай.

Мең ырыуы биләгән аҫаба ерҙәр, башҡа башҡорт ырыуҙарына хас булғанса, кесе ырыуҙар, түбә-аймаҡтар ерҙәренә бүленә.18-се быуатҡа ҡараған документаль сығанаҡтарҙа мең ырыуы составында 17-гә тиклем айырым бүлемдәр күрһәтелгән.

Мең ырыуы йыйынында Башҡортостандың 9 районы вәкилдәре ҡатнашты. Һәр төбәк үҙенең аш-һыуын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәр продукцияларын күрһәтергә тип килгән.

Бөгөнгө осрашыу Мең ырыуының берҙәм булыуын тағы бер иҫбатланы.

Наил Юнысов