Флора һәм Мәүләит Зәйнешевтар Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылына үткәрелгән газ яғыулығына тоташтырылыусы тәүге йорт хужалары. Улар 67 йыл бергә йәшәй һәм биш ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә ҡыуаныслы ваҡиға менән уртаҡлашты.
Ауылдарҙа зәңгәр яғыулыҡ барлыҡҡа килеүе ҙур ваҡиға. Быға тиклем йортто утын менән йылытырға тура килһә, хәҙер мәшәҡәттәр кәмей. Иҫке Бүрес ауылында 130 кеше йәшәй. Газүткәргестәр 91 өйҙө зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мөмкинлеге бирә. Әлегә 50 кеше ғариза биргән дә инде. Социаль объекттарға ла газ үткәреләсәк, тип яҙған төбәк башлығы. Радий Хәбиров республикала 2025 йылға тиклем республикала газ селтәрҙәрен үҫтереү буйынса ҙур программа үтәлгәнен хәтергә төшөргән. Был маҡстҡа 27 миллиард һумға яҡын инвестициялар йәлеп ителәсәк. 2021 йылдан алып 20 районда 87 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үткән. Был иһә 16 мең йорт газға тоташтырылған тигән һүҙ.