Башҡортостан сода компанияһы зыян күреүселәргә һаулыҡ торошона ҡарап 3 миллион һумға тиклем түләүҙәр хаҡында белдерҙе. Предприятие хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен дауалау һәм уларға ярҙам итеү өсөн бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Дауаханала кәрәкле медикаменттар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен оператив хәл итеү өсөн БСК йәмғиәте тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторған. Компанияның профсоюз ойошмаһы хеҙмәткәрҙе төрлө тән йәрәхәттәре алған пациенттар менән аралашып һаулыҡ торошон, ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында анкеталар тултыра.
Зыян күргән 31 пациент ҡала дауаханаһында табибтар күҙәтеүендә дауланыу курсы үтә. Улар төрлө дәрәжәлә химик тән яныуы, күҙҙәре, тын юлдары зарарланған ир-егеттәр. Бөтә пациенттарға ла клиник тәҡдимдәр буйынса квалификациялы медицина ярҙам күрһәтелә.Терапия бүлегендә дауаланаға эләгеүселәрҙең хәле тотороҡло. Улар дарыуҙар, уколдар һәм башҡа дауалау сараларын менән тулыһынса тәьмин ителгән. Йәкшәмбе көн реанимация бүлегенән 29 йәшлек ир санавиация ярҙамында башҡалаға республика тән бешеүен дауалау үҙәгенә күсерелгән.