«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хәрби иҫәп мәғлүмәттәрен яңырта

Повестка ла түгел, саҡырыу ҙа. Һуңғы арала «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы менән ҡулланыусылар хәрби иҫәптең берҙәм реестрына мәғлүмәт индереү тураһындағы хәбәрҙәр ала башланы. Ҡайһы берәүҙәр уны мобилизацияға саҡырыу тип имеш-мимеш тарата башланы. Борсолорға урын юҡ. Был процедура тупланған мәғлүмәтте электрон форматҡа күсереү сараһы. Алынған хәбәр ҙә иҫкәртеү формаһында ғына. Хәрби комисариатҡа саҡырыу, гражданиндың статусын үҙгәртеү тураһында һүҙ бармай. Хәрби бурыслылар былай ҙа күптән иҫәптә тора.